Юлдаш
+20 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
Җәмгыять
2 ноябрь 2018, 02:00

Башҡортостан буйынса Пенсия фонды ноябрь байрамдарында пенсия таратыу графигын хәбәр итте

Халыҡтар берҙәмлеге көнөн байрам итеү менән бәйле пенсия һәм башҡа социаль түләүҙәр ваҡытынан алда таратыла, тип хәбәр иттеләр Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтендә.

Ағиҙелдә, Салауатта, Нефтекамала, Күмертауҙа, Мәләүездә, Ейәнсура, Күгәрсен, Кушнаренка, Көйөргәҙе, Мәләүез һәм Өфө райондарында пенсияны 3, 4 һәм 5 ноябрь өсөн 1 һәм 2 ноябрҙә тараталар. Башҡортостандың ҡалған райондарында һәм ҡалаларында – 2 һәм 3 ноябрҙә, почта бүлексәһенең эш режимына ҡарап.

6 ноябрҙә пенсиялар ғәҙәттәге графикка ярашлы илтеп бирелә. Аныҡ илтеү көндәре октябрь өсөн пенсия квитацияларында яҙылған.

Банктарға пенсия килешеү менән билдәләнгән ваҡытта күсерелә.

Ноябрҙә дөйөм түләүҙәр күләме 16,7 миллиард һум тәшкил итә, тип өҫтәнеләр Рәсәй Пенсия фондының төбәк буйынса бүлексәһендә.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева

Читайте нас: