«Демография» милли проекты сиктәрендә сәләмәт йәшәү рәүеше менән бәйле махсус федераль проект бар һәм ул алкоголде, тәмәкене сикләү йәки уларҙан баш тартыу буйынса сараларҙан тыш, дөрөҫ туҡланыу, физик культура, спорт менән бәйле сараларҙы ла үҙ эсенә ала, тип хәтергә төшөрҙө ул.
«Тәмәкегә һәм спиртлы эсемлектәргә ҡарата ниндәйҙер өҫтәмә саралар ҡабул ителерме, юҡмы икәне тураһында һөйләгәндә, ҡабул итербеҙ тип уйлайым, сөнки, өлгәшелгән һөҙөмтәләргә ҡарамаҫтан, әлегә һандар беҙҙе ҡәнәғәтләндермәй, — тип белдерҙе Голикова. — Бер кем дә бөтә нәмәне тыйыу тураһында һөйләмәй. Ләкин, шуға ҡарамаҫтан, алкоголгә ҡаршы көрәш буйынса халыҡ-ара тәжрибә бар. Күп кенә илдәрҙең, шул иҫәптән Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһенән күршеләребеҙҙең алкоголде 18-ҙән түгел, ә 20 йәки 21 йәштән һатыу тураһында ҡарар ҡабул итеүҙәре осраҡлы түгелдер, моғайын».