Юлдаш
-5 °С
Болытлы
75 лет Победы
Барлык яңалыклар
Җәмгыять
26 сентябрь 2018, 02:00

Башҡортостан Хеҙмәт министрлығы 2018 йылдың октябрендә нисек ял итеүебеҙҙе хәтергә төшөрҙө

11 октябрҙә Башҡортостан халҡы Республика көнөн билдәләй. Был көндө 28 йыл элек Башҡортостан Республикаһының дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул ителә. «Башҡортостан Республикаһында байрам һәм иҫтәлекле көндәр тураһында»ғы законға ярашлы, 11 октябрь республикала эшләмәгән байрам көнө булып һанала.

Быйыл 11 октябрь кесе йомаға тура килә. Шаршамбы, 10 октябрҙә, эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара, тип хәтергә төшөрҙөләр төбәк Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында.

Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының 120-сы статьяһы нигеҙендә йыллыҡ төп йәки йыллыҡ өҫтәмә түләүле отпуск биргәндә 11 октябрь эшләмәгән байрам көнө – Республика көнө – отпусктың календарь көндәре иҫәбенә индерелмәй.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфәи Әғлиуллина

Читайте нас в