Юлдаш
+21 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
Җәмгыять
25 сентябрь 2018, 02:00

Яҡтыкүл Рәсәйҙә ял итеү өсөн иң популяр урын тип танылды

Tvil.ru торлаҡ бронләү сервисы ағымдағы йылдың көҙ башында Рәсәйҙең ял итеү өсөн иң популяр күлдәрен атаны. Беренсе урында — Башҡортостандың Әбйәлил районындағы Яҡтыкүл. Артабан Тверь өлкәһендәге Селигер һәм Иркустк өлкәһендәге Байкал күлдәре килә.

Сервис белгестәре Рәсәйҙә туристарҙың 1 сентябрҙән алып 30-нә тиклем торлаҡ бронләүен тикшерҙе. Уларҙың мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда күлдәрҙә ял итеүгә өҫтөнлөк бирәләр. Яҡтыкүлдә туристар сентябрь айында уртаса 4,5 көн ял итә һәм торлаҡты ҡуртымға алыуға тәүлегенә 3,1 һум тотона, йыш ҡына ике ғаилә өсөн торлаҡ бронләй.

Сағыштырыу өсөн: Селигерҙа — 4,2 мең һум/4 төн һәм Байкалда — 4,9 мең һум/2,5 төн.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова

Читайте нас: