Юлдаш
-11 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
Җәмгыять
5 сентябрь 2018, 02:00

Рөстәм Хәмитов муниципаль телеканалдарҙы яҡлап сығыш яһаны

Өфөлә «Берҙәм Рәсәй» партияһы ойошторған белем биреү медиафорумы барышында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов муниципаль телеканалдарҙы яҡлап сығыш яһаны. Майҙансыҡта Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты эксперттары Милли телерадиотапшырыуҙар ассоциацияһы, Ҡала телетапшырыуҙар ассоциацияһы, башҡарма власть органдары вәкилдәре һәм журналистар менән төбәк телеканалдарын үҫтереү стратегияһын тикшерҙе.

Аналог тапшырыуҙарҙы өҙөү темаһы тикшерелгән төп проблемаларҙың береһе булды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, илдә яйлап һанлы эфир телевидениеһына күсеү һәм аналог тапшырыуҙарҙы ҡыҫҡартыу 2019 йылдың ғинуарында башлана. Дәүләт 100 меңдән аҙыраҡ кеше йәшәгән ҡалаларҙа сигналды таратыу буйынса телевизион каналдарҙы субсидиялауҙан туҡтай. Был һәр кем ҡараған мотлаҡ каналдарға ҡағыла. Беренсе һәм икенсе мультиплекс селтәре 2018 йылдың аҙағында файҙаланыуға тапшырыла.

Шуға бәйле Ҡала телерадиотапшырыуҙар ассоциацияһы Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовҡа муниципаль телевидениены яҡлау үтенесе менән мөрәжәғәт итте.

Республика башлығы муниципаль телеканалдарға төбәк кимәлендә ярҙам күрһәтергә әҙер булыуын белдерҙе, Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының кабель операторҙар селтәрендә 22-се төймәне муниципаль телеканалдарға беркетеү тураһында закон сығарыу башланғысын яҡлап, төбәк һәм муниципаль телеканалдарҙы бер мультиплексҡа ҡушырға кәрәк тигән фекерен әйтте.

«Мин донъя буйлап күп йөрөйөм, төрлө илдәрҙә булам. Һәр ерҙә лә муниципаль телевидение һәм матбуғат бар. Был — мәҙәниәт, цивилизация элементы. Кеше үҙенең тамырҙарына таянырға тейеш. Ҡаланан ситтә йәшәгән күп кешеләр туған телендәге тапшырыуҙарҙы ҡарай, уларға был телевидение бик яҡын. Граждандарыбыҙҙы ошондай тапшырыуһыҙ ҡалдыра алмайбыҙ, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. — Кабель телевидениеһы операторҙары селтәрендә 22-се төймәне муниципаль телеканалдарға биреү эшен дауам итербеҙ. Республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың яңы саҡырылышына Рәсәй Дәүләт Думаһына кәм тигәндә бер муниципаль телеканалды әлеге һанлы мультиплекстар составына индереү йәки ошо маҡсатта яңы өсөнсө һанлы мультиплекс булдырыу тураһында закон сығарыу башланғысы менән сығырға кәрәк».

Шулай уҡ төбәк етәксеһе яңылыҡты — «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы холдингына ингән «Ҡурай» телеканалында «Салауат Юлаев» хоккей клубы уйындарына башҡорт телендә аңлатма биреүҙе билдәләп үтте.

«Салауат Юлаев»тың Мәскәүҙең «Динамо»һы менән уйнағанын ҡараным, был бик ҡыҙыҡ. Һис һүҙһеҙ, терминология менән бәйле ҡытыршылыҡтар бар, ҡайһы бер һүҙҙәрҙе әйтеүе ауыр. Ләкин был дөрөҫ, ошондай яңылыҡтар аша беҙ милли телде көсәйтеүгә, уны һаҡлауға өлөш индерәбеҙ. Был — алға табан бер аҙым», — тине Рөстәм Хәмитов.

Бынан алда агентлыҡ федераль каналдарҙың аналогтан һанлы телевизион тапшырыуҙарға күсеү үҙенсәлектәре тураһында лонгрид баҫтырып сығарҙы.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/

Читайте нас: