Шаршамбы, 5 сентябрҙә, иртә таң менән Башҡортостан биләмәһендә ер тетрәү теркәлгән. Ошо хаҡта рәсми рәүештә республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында белдерҙеләр. Атап әйткәндә, ер аҫты һелкенеүе Өфөлә, Салауат һәм Белорет райондарында күҙәтелгән.