-5 °С
Болытлы
Башҡортостандың медицина учреждениеларында халыҡты диспансерлаштырыу бара. Белгестәр һәр өс йыл һайын 21 йәштән алып 90 йәшкә тиклемге граждандар өсөн бушлай тикшереү уҙғарыуҙары хаҡында иҫкә төшөрә. Диспансерлаштырыу — теләк буйынса, әгәр кеше унан баш тарта икән, табип был фактты пациенттың картаһына теркәп ҡуя.
2018 йылда 1916, 1919, 1922, 1925, 1928, 1931, 1934, 1937, 1940, 1943, 1946, 1949, 1952, 1955, 1958, 1961, 1964, 1967, 1970, 1973, 1976, 1979, 1982, 1985, 1988, 1991, 1994, 1997 йылғылар диспансерлаштырыу үтә ала.