Юлдаш
-12 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
Җәмгыять
17 август 2018, 02:00
Башҡортостанда бик күп ағыулы үрмәкселәр килеп сыҡҡан, тәүге зыян күреүселәр бар
Өфө янындағы Нуғай ҡасабаһында ҙур һары үрмәкселәр килеп сыҡҡан. Тәүге зыян күреүселәр ҙә бар — бер ир үрмәксе тешләгәндән һуң дауаханаға эләккән, тип хәбәр итә «Башҡортостан» дәүләт телерадикомпанияһы.
Ғалимдар әйтеүенсә, был – һары эсле, ҡыҙғылт-һары башлы, ҙур яңаҡлы үрмәксе, арҡаһында һыҙат та бар. Ул ауырттырып тешләй, ағыулы, әммә үлемесле түгел. Тешләнгән урын ауырта, шешә, күңел болғана, баш әйләнә. Ләкин үрмәксе үҙе башлап һөжүм итмәй, һаҡлана ғына. Кәм тигәндә ике тешләү осрағы билдәле – зыян күреүселәр ярҙам һорап токсикология бүлеге табиптарына мөрәжәғәт иткән.
Белгестәр үрмәкселәрҙең ябырылыуын эҫе һауа торошо менән бәйләй. Әле уларҙың ҡарығыу осоро, һәм тиҙҙән улар тағы ла күбәйә.
Зоологтар был үрмәксенең Башҡортостан биләмәһенә эләгеүе осраҡлы түгел тип раҫлай – улар төрлө ерҙә тарала башлаған, һары үрмәксе республикала мәңгелеккә тороп ҡалған.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева
Читайте нас:
Новости партнеров
Был стипендия кемдәргә түләнә?
На уровне молекул
Яңа елда пособиеләр күпмегә артачак?