Башгидромет фараздары буйынса, Башҡортостан биләмәһендә алдағы өс көндә эҫе һәм ямғырлы була. Шишәмбе, 14 августа, төндә урыны менән бер аҙ ҡыҫҡа ваҡытлы, көндөҙ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, йәшен күҙаллана. Ел көнбайыштан талғын, көндөҙ ҡапыл иҫеүе мөмкин. Һауа температураһы төндә 13-18, көндөҙ 23-28 градус тәшкил итә.
Шаршамбы, 15 августа, төбәктең ҡайһы бер райондарында бер аҙ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, төндә көнсығышта ямғыр көтөлә. Ел төньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын, көндөҙ ҡапыл иҫә. Һауа температураһы төндә 9-14 , төньяҡта +5-кә тиклем, көндөҙ 21-26.
Кесаҙна, 16 августа, урыны менән бер аҙ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, көндөҙ төньяҡта ямғыр яуыуы фаразлана. Ел көнбайыштан талғын, көндөҙ ҡапыл иҫә. Һауа температураһы төндә 8-13, төньяҡ һәм таулы райондарҙа +4-кә тиклем, көндөҙ 23-28.
Аҙна аҙағына ҡәҙәр көндәрҙең башлыса аяҙлы-болотло тороуы, бер аҙ ямғыр яуыуы, урыны менән йәшен фаразлана. Термометр бағанаһы көндөҙ 16-25, төндә 10-14 градусты күрһәтә.
«Гисметео» сайты фараздарына ярашлы, республикала 20-26 августа көн аяҙлы-болотло була, урыны менән бер аҙ ямғыр яуа, йәшен. Һауа температураһы көндөҙ 20-25, төндә 11-15 градус тәшкил итә.
Августың һуңғы аҙнаһы йылы көндәр менән шатландырыр. Башлыса аяҙ була, урыны менән ямғыр яуа. Термометр бағанаһы көндөҙ +25,+27, төндә +13,+16 градусты күрһәтә.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина