Юлдаш
-3 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
Җәмгыять
15 август 2018, 02:00

Өфөләр супермаркеттан һатып алған сосискала шприц энәһен тапҡан

Өфөнән Майоровтар ғаиләһе магазиндан һатып алған сосискала шприц энәһен тапҡан. Хәүефле һәм сәйер табылдыҡтың видеоһын өфөләр WhatsApp аша «Вся Уфа» телеканалы редакцияһына ебәргән.

Уларҙың һүҙҙәренсә, «Уфимочка» компанияһы сосискаларын улар ҡаланың ҙур супермаркетынан һатып алған. Ит ризыҡтарының береһендәге осло энәне ашаған саҡта тапҡандар – пластмасса осо тешкә эләккән. Бәхеткә күрә, етди эҙемтәләр юҡ.

«Төргәге бөтөн ине. Ошо энәне тапҡандан һуң яңынан тикшерҙек. Төргәктең өҫтө лә, аҫты ла бөтөн. Шуға күрә уны кемдер һалғандыр тип уйлау мөмкин түгел. Беренсенән, төргәк бөтөн, икенсенән, был сосискалар, үҙегеҙ күҙ алдына килтерәһегеҙ, гирлянда кеүек. Йәғни унда ниҙер һалыу бик ауыр. Күргәс шок хәлендә ҡалдыҡ. Йәғни был ниндәйҙер ҡаҙаҡ түгел, ә энә, теләһә нимә уйларға мөмкин. Ул инфекциялы, зарарлы булһа», — ти Ольга Майорова.

Табылдыҡ тураһында өфөләр республиканың Роспотребнадзор идаралығына ла хәбәр иткән. «Вся Уфа» хәбәрселәре етештереүсенең вәкилдәре менән бәйләнешкә ингән. Тегеләре шәхси әңгәмәлә энәне телевизор ҡараусылар үҙҙәре һалыуы, йәки был конкуренттарҙың эше булыуы ихтимал тигән фекергә килгән. Әлегә компанияла эске тикшереү өсөн сәбәптәр юҡ тип иҫәпләйҙәр.

ИА «Башинформ», Гульфия Акулова

Читайте нас: