Юлдаш
-4 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
Җәмгыять
13 август 2018, 02:00

Аҙна башында Башҡортостанда эҫе була

Аҙна башында Башҡортостанда эҫе була. Дүшәмбе,13 августа, синоптиктар көндөң аяҙлы-болотло, яуым-төшөмһөҙ булыуын фаразлай. Ел көньяҡ-көнбайыштан, секундына 2-7 метр тиҙлектә, көндөҙ ҡапыл иҫеүе мөмкин.

Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, һауа температураһы төндә 15-17, көндөҙ 27-29 градус.

Автомобиль юлдарында күреү мөмкинлеге яҡшы.

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы 12-15 августа Хәйбулла районында бишенсе класлы янғын хәүефе һаҡланыуы тураһында иҫкәртә. Халыҡҡа тәбиғәттә янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәргә, баҫыуҙарҙа һәм урмандарҙа усаҡ яғыуҙан тыйылырға, һүндерелмәгән тәмәке төпсөктәрен ҡалдырмаҫҡа кәңәш ителә.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева

Читайте нас: