Башҡортостанда алдағы ял көндәренең ҡояшлы һәм яуым-төшөмһөҙ тиерлек булыуы көтөлә. Башгидрометүҙәк синоптиктары мәғлүмәттәренә ярашлы, 11 августа һауа температураһы төндә 8-13, көндөҙ 21-26 градус. Йәкшәмбе, 12 августа, үҙгәрештәр юҡ, тиһәң дә була: республиканың ҡайһы бер райондарында ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы мөмкин, термометр бағанаһы төндә 9-14 градусҡаса төшә, көндөҙ иһә 22-27 градус.