Юлдаш
-4 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
Җәмгыять
2 август 2018, 02:00

Башҡортостандың иң яҡшы комбайнсылары Рөстәм Хәмитовтан автомобилдәр менән бүләкләнә

Йыл йомғаҡтары буйынса уңыш йыйыуҙа иң юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән республика ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнә. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ауыл хужалығы продукцияһын етештереүгә һәм һатыуға арналған түңәрәк өҫтәлдә ошо турала белдерҙе. Сара «Баҫыу көнө – 2018» семинар-кәңәшмәһе барышында уҙҙы.

– Быйыл иң шәп мехнизаторҙарҙы, комбайнсыларҙы дәртләндереүҙе дауам итәбеҙ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Мин ун «Шевроле» автомобилен һатып алыуға 8 миллион самаһы аҡса бүлеү тураһындағы тейешле документҡа ҡул ҡуйҙым. Һәйбәт эшләһәк, уңышты йыйып алһаҡ һәм һөҙөмтәләр яҡшы булһа, октябрь аҙағында-ноябрь башында берлектәге ултырыш үткәрербеҙ, иң яҡшыларҙы билдәләрбеҙ, кешеләр наградалар алыр.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, аграрийҙар араһында конкурс 2016 йылдан уҙғарыла, уның инициаторы булып Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов сығыш яһаны. Йыл һайын ун иң яҡшы ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре – иген йыйыу комбайндары, үҙөйөрөшлө сапҡыс операторҙары, йөк автомобилдәре водителдәре, сөгөлдөр йыйыу комбайндарын йөрөтөүселәр, механизаторҙар һәм башҡалар – төбәк етәксеһенән автомобилдәр менән бүләкләнә.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Читайте нас: