Юлдаш
+20 °С
Дождь
Җәмгыять
31 Июля 2018, 21:00

Синоптиктар Башҡортостанда август айының ниндәй буласағын һөйләне

Башҡортостанда йәйҙең һуңғы айы нормаға ярашлы була. Был — Башгидрометүҙәк синоптиктарының 2018 йылдың авгусына яҡынса фаразы.

«Уртаса һауа температураһы 18 градус самаһы булыуы көтөлә. Яуым-төшөм дә норма сиктәрендә — 40-70 миллиметр», — тип аныҡлыҡ индерҙе белгестәр.

«Гисметео» порталында урынлаштырылған мәғлүмәткә ярашлы, айҙың тәүге көндәрендә Өфөлә һауа температураһы 27-30 градус тәшкил итә. Һуңынан термометр бағанаһы аҡрынлап +20-гә тиклем төшә башлай. Августа тап ошондай һауа торошо, һирәк-һаяҡ ваҡ ямғырҙар күҙаллана.

Гидрометүҙәктең авгусҡа фаразын бында ҡарарға мөмкин.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук

Читайте нас