Юлдаш
+13 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
Җәмгыять
1 август 2018, 02:00

Рәсәй банкы «Ну, погоди!» йәнһүрәте хөрмәтенә өс һумлыҡ иҫтәлекле тин аҡса сығара башланы

Рәсәй банкы «Ну, погоди!» йәнһүрәте хөрмәтенә өс һумлыҡ иҫтәлекле тин аҡса сығара башланы. Дөйөм тин аҡсалар һаны 500 мең дананан артып китәсәк.

Эмиссия йәнһүрәттең тәүге серияһы экранға сығыуҙың 50 йыллығына арналған, тип хәбәр итә «Известия» баҫмаһы Үҙәк банкының матбуғат хеҙмәтенә һылтанып.

Өс һумлыҡ көмөш аҡсалар өс мең берәмек булып сыға. Бынан тыш, осһоҙ металдан да тин аҡсалар һуғылған. Улар ике төрлө – ябай (450 мең берәмек) һәм махсус башҡарыу менән (50 мең берәмек). Бөтә аҡсаларҙың тиҫкәре яғында Бүре һәм Ҡуян менән сәхнәләр һынландырылған. Әйләнәһе буйынса «Ну, погоди!» яҙыуы урынлашҡан.

«Ну, погоди!» анимация фильмы Бүренең Ҡуян артынан уңышһыҙ ҡыуалауы тураһында һөйләй. Сериал нигеҙенә ятҡан беренсе йәнһүрәт «Веселая карусель» альманахында сыҡҡан. 1969-1986 йылдарҙа 16 классик серия төшөрөлгән. Бүрене – Анатолий Папанов, Ҡуянды Клара Румянцева тауышлы иткән. 1993 йылда, Папанов үлгәндән һуң, тағы ике серия төшөрөлгән. Уларҙы тауышлы итеү өсөн актерҙың иҫке яҙмаларынан өҙөктәр файҙаланған. 2005 йылда Алексей Котеночкин (төп серия режиссеры Вячеслав Котеночкиндың улы) төшөргән һәм артистар Игорь Христенко һәм Ольга Зверева тауышлы иткән тағы ике йәнһүрәт сыҡҡан.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина

Читайте нас: