Юлдаш
+13 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
Җәмгыять
1 август 2018, 02:00

Бөгөн Башҡортостандың 10 районында урмандарҙа юғары янғын хәүефе фаразлана

1 августа республика биләмәһендә урмандарҙа икенсе, урыны менән дүртенсе класлы янғын хәүефе фаразлана.

Бөгөн Башҡортостандың 10 районында: Бүздәктә, Бөрөлә, Йылайырҙа, Көйөргәҙелә, Күгәрсендә, Стәрлетамаҡта, Федоровкала, Хәйбуллала, Яңауылда һәм Стәрлебашта дүртенсе класлы янғын хәүефе фаразлана, тип иҫкәртәләр республика буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының баш идаралығында.

Ҡотҡарыусылар мәғлүмәте буйынса, тәүлек эсендә Башҡортостанда бер тәбиғәт янғыны башланған көнөндә үк һүндерелгән. Ут Мәләүез районы биләмәһендә 0,18 гектар майҙанда сыҡҡан.

Әлеге ваҡытта төбәктә янғындар юҡ.

Быйыл янғын хәүефе миҙгеле башланғандан алып Башҡортостанда 111 тәбиғәт янғыны сыҡҡан. Ут ялмап алған дөйөм майҙан 789,7 гектарҙан ашҡан, бер йыл элек иһә 338,5 гектар ерҙә булған.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева


Читайте нас: