Юлдаш
+14 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
Җәмгыять
31 июль 2018, 02:00

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы: федераль һәм төбәк льготалылары дарыуҙар менән тулыһынса тәьмин ителгән

Башҡортостанда льготалылар өсөн дарыуҙар бүлеүгә бәйле проблема тулыһынса хәл ителгән. Республика Хөкүмәтендәге аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә төбәк Һаулыҡ һаҡлау министрлығы етәксеһе Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың йөкләмәһен үтәү тураһында отчет бирҙе. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 5 июндә төбәк етәксеһе граждандарҙың льготалы категорияларын дарыуҙар менән тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә уҙғарҙы, уның йомғаҡтары буйынса 1 июлгә төбәк һәм федераль льготалыларҙы препараттар менән тәьмин итеү хаҡында мәсьәләне тулыһынса хәл итеү бурысы ҡуйылғайны.

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Әнүәр Бакиров һүҙҙәренсә, Башҡортостан башлығының йөкләмәһе тулы күләмдә башҡарылған, әлеге мәлдә республикала кисектерелгән хеҙмәтләндереүҙә рецептар юҡ.

— Бөгөнгә федераль льгота буйынса барлыҡ рецептар бүленгән ассигнованиелар сиктәрендә тәьмин ителгән. Төбәк льготаһы буйынса ла кисектерелгән тәьминәттә рецептар юҡ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Әнүәр Бакиров.

Ведомство етәксеһе дарыуҙар бүлеүҙә өҙөклөктәр булыуҙың сәбәптәрен иҫкә төшөрҙө. Улар — йыйылма ғаризаны формалаштырыуҙы, конкурс процедураларын үткәреү ваҡытын боҙоу һәм федераль льготалыларға федераль бюджет аҡсаһының һуңлап килеүе. Һаулыҡ һаҡлау министрлығында уҙғарылған хеҙмәт тикшереүе йомғаҡтары буйынса, Техник тәьминәт дәүләт ҡаҙна учреждениеһы директоры эшенән бушатылған, министрлыҡтағы ҡайһы бер хеҙмәткәрҙәргә дисциплинар яза бирелгән.

Әнүәр Бакиров билдәләүенсә, Башҡортостан Хөкүмәте бойороғо менән өҫтәмә рәүештә 300 миллион һум бүленгән, улар 2018 йылдың икенсе ярты йыллығында орфан сирҙәр менән яфаланған пациенттарҙы дарыуҙар менән тәьмин итеүгә йүнәлтелә. Шулай итеп, 2018 йылда бөтәһе дарыуҙар тәьминәте өсөн республика бюджетында 1,7 миллиард һум ҡаралған (2017 йыл менән сағыштырғанда 594 миллион һумға күберәк). Шуның менән бергә Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаттары өсөнсө уҡыуҙа дауалау федераль ҡаҙнанан финансланған орфан ауырыуҙарҙың исемлеген киңәйткән закон проектын ҡабул итте. Республика бюджетына йөкләмәнең кәмеүе, яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, 300-ҙән 600 миллион һумға тиклем тәшкил итә.

Шулай уҡ һаулыҡ һаҡлау министры әлеге ваҡытта республикала автоматлаштырылған программаны формалаштырыуҙың тамамланыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ул пациентты иҫәпкә ҡуйыуҙан башлап препаратты алғанға тиклем уны льготалы препараттар менән тәьмин итеүҙе күҙәтеп барырға һәм киләсәктә ошондай өҙөклөктәргә юл ҡуймаҫҡа мөмкинлек бирергә тейеш.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Читайте нас: