Республиканың юғары уҡыу йорттары Ҡытай Халыҡ Республикаһы менән әүҙем эшмәкәрлек алып бара. Был турала Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Ҡытайҙың алдынғы киң мәғлүмәт саралары – «Синьхуа» мәғлүмәт агентлығы һәм Ҡытайҙың Үҙәк телевидениеһы вәкилдәренә интервьюла һөйләне.
Атап әйткәндә, һүҙ Башҡорт дәүләт университеты тураһында бара. Вузда Рәсәй-Ҡытай бизнес-инкубаторы булдырылған. Унда студенттар бизнес төҙөү буйынса Ҡытай алымдарын өйрәнә, Ҡытай Халыҡ Республикаһында стажировкалар ҙа ҡаралған. Башҡорт дәүләт медицина университеты Ҡытайҙың медицина ғилми даирәләре менән әүҙем эш алып бара.
Шулай уҡ Башҡортостан Башлығы йәштәрҙең ҡыҙыҡһыныуы ҡытай теле яғына күсеүен билдәләне.
- Бөгөн ул донъяның иң ҙур иҡтисады һәм күптәргә хәҙерге заман кешеһе ҡытай телен белмәй, ғөмүмән әйткәндә, элек тойолғанса уңышлы була алмаҫы аңлашыла башланы, — тине Рөстәм Хәмитов.
«Волга – Янцзы» программаһы сиктәрендә һөйләшеүҙәр иҡтисадты, сәнәғәт етештереүен, инвестицияларҙы үҫтереү йүнәлешендә генә алып барылмай, тип айырып әйтте төбәк етәксеһе.
Шулай уҡ гуманитар өлкәлә лә хеҙмәттәшлек өйрәнелә – ул йүнәлеш тә Башҡортостан өсөн мөһим булып тора.
Интервьюны тулыһынса Башҡортостан Башлығының рәсми сайтында уҡығыҙ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы