Юлдаш
+16 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
Җәмгыять
27 июль 2018, 02:00

Башҡортостан халҡы бушлай гепатитҡа тикшеренеү үтә һәм бауырын тикшертә ала

Шәмбе, 28 июлдә, республика халҡы В һәм С гепатиттары вирусына бушлай диагностика үтә ала. Акция Бөтә донъя гепатитҡа ҡаршы көрәш көнөнә арналған.

28 июлдә «Башҡортостан» лайфстайл-үҙәгендә иртәнге сәғәт 12-нән 5-кә тиклем теләүселәр В һәм С гепатиты барлығына бушлай беренсе скрининг үтә – был ауырыуға антиесемдәргә капилляр ҡан анализы тапшыра ала. Акцияны 4-се Инфекция клиник дауаханаһы менән берлектә «Бергәләп гепатитҡа ҡаршы» ойошмаһы уҙғара.

В һәм С гепатитына антиесемдәр булған пациенттар өсөн «Фиброскан» аппаратында бушлай бауырҙың торошон тикшерҙеләр. Республика райондарында һәм ҡалаларында йәшәүселәр фиброз кимәлен бушлай 27 июлдә – Өфөнөң 4-се Инфекция клиник дауаханаһының консультация-диагностика бүлегендә 8 (347) 250-54-95, 8-917-460-36-12 телефондары буйынса алдан табип-инфекционистҡа (йәки йоғошло ауырыуҙарға медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн яуаплы табип-терапевтҡа) яҙылып, көндөҙгө сәғәт 2-нән 6-ға тиклем тикшертә ала.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева


Читайте нас: