«Наталья тураһында бер ниндәй мәғлүмәт юҡ. Уның менән нимә була алған һәм ҡайҙа эҙләргә, белмәйем, — тип һөйләне «Башинформ» агентлығы журналисына юғалған ҡатындың ире Эдуард Ғарипов. – Ул бер ҡасан да еңел аҡыллы булманы, беҙ өйләнгәнгә ете йыл. Наташа бер ҡасан да ғаиләһен, балаларын ташламаҫ ине. Бер экстрасенс ҡатынымды ниндәйҙер бер ир ысҡындырмай тота тип әйтте. Ул ташланған өйҙә бикле тора, унда бысҡы вағының еҫе бар. Эргәһендә иҫке ағас, асыҡ төҫтәге машина. Күрәҙәсе һүҙҙәренсә, мин ул урынды белергә тейеш, әммә мин белмәйем, бәлки, иҫләмәйемдер».
Эдуард ҡатынын эҙләү эше нисек барғанын белер өсөн көнөнә бер нисә тапҡыр полицияға шылтыратыуын һөйләне, әммә унда бер ниҙә әйтмәйҙәр.
«Мин хоҡуҡ һаҡлау органдарының эште асыҡлау өсөн нимә эшләгәндәрен дә белмәйем, — ти Эдуард. – Миңә ҡатынымды Белоретҡа тиклем алып барған водитель уны Октябрҙең 50 йыллығы урамында төшөрөп ҡалдырыуы тураһында яҙҙы. Уны һорау алыуға саҡырғандар, башҡа бер ни ҙә белмәйем. Бөгөн Наташаның атаһы Белоретҡа йәнә бер ҡат һорашып белешер өсөн барырға тейеш. Ҡатынымдың әхирәттәре һәм таныштары ла бер нимә белмәй. Балалар әлегә әсәйемдә, сөнки мин дә эҙләнеү менән мәшғүл».
Юғалған ҡатындың ире битараф булмаған кешеләрҙән ҡатынын табырға ярҙам һорай.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Наталья шәмбе, 14 июлдә, киске 10-дар тирәһендә ата-әсәһенән Уральск ауылынан Учалыға ҡайтып килгәндә юғалған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығыЭльмира Сабирова