Юлдаш
-4 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
Җәмгыять
12 июль 2018, 02:00

Эҫе сәбәпле Башҡортостанда бал уңышының кәмеүе мөмкин

Быйыл Башҡортостанда бал уңышының бик түбән булыуы мөмкин. Ошо хаҡта республиканың төрлө райондарынан умартасылар һөйләй. Белгестәр насар фараздарҙы 30 градуслы эҫе менән аңлата.

Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһы хәбәр итеүенсә, бал һарҡытыу эше башланмаған әле. Бал ҡорттары бөтә көстәрен нектар йыйыуға түгел, ә томра көндәр менән көрәшеүгә сарыф итә.

«Улар ҡанаттары менән бер тигеҙ тиерлек елпеп, умарталағы һауаны ҡыу, умартаның еңелсә һелкенеүен күрергә мөмкин», — тип телеканал Дәүләкән районындағы умартасының һүҙҙәрен килтерә.

Хәлде һыуыҡ яҙ һәм йәйҙең һуңлап килеүе насарайта: үҫемлектәр һуң сәскә ата башланы. Әммә умартасылар һауа торошо яҡшырыр, эҫе сигенер һәм оҙаҡламай бал һарҡытыу эштәре башланыр тип ышана.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук

Читайте нас: