Юлдаш
-20 °С
Болытлы
75 лет Победы
Барлык яңалыклар
Җәмгыять
11 июль 2018, 02:00

Рөстәм Хәмитов һәләтле балаларға ярҙам итеү буйынса кәңәшмә үткәрҙе

Кисә Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов һәләтле балаларға булышлыҡ итеү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Унда Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, юғары уҡыу йорттары етәкселәре, төбәктең белем биреү учреждениелары вәкилдәре ҡатнашты.

— Минең ҡарашҡа, бөтә балалар талантлы, һәләтһеҙ балалар юҡ. Әммә шул уҡ ваҡытта балаларҙың төрлө һәләттәре барлығын беләбеҙ һәм был йәһәттән белем биреүгә, ошо ҡатмарлы уҡытыу эшен ойоштороуға төрлө яҡтан килергә кәрәк, – тине төбәк етәксеһе. – Бер яҡтан, беҙҙә һәләтле балалар менән эш төрлө йүнәлештәр буйынса алып барыла. Әммә шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер юҫыҡта икенселәй эшмәкәрлек төҙөү кәрәклеген аңлайбыҙ. Был ведомство-ара эшмәкәрлеккә ҡағыла. Беҙҙә был өлкәлә министрлыҡтар, муниципалитеттар, юғары уҡыу йорттары, йәмәғәт ойошмалары эшләй. Әммә улар араһында был өлкәлә бер ниндәй әүҙем бәйләнеш юҡ. Әлегә бөтәһе лә бик тарҡау.

Республика Башлығы Башҡортостанда олимпиада хәрәкәтенә, автор мәктәптәренә ярҙам итеү, талантлы сығарылыш уҡыусыларын асыҡлау, оҙатыу һәм беркетеү системаһын үҫтереү мөһимлеген билдәләне.

- Беҙгә талантлы, һәләтле, иң булдыҡлы балаларҙың бер ҡайҙа сығып китмәйенсә, бында, республикабыҙҙа эшләүе кәрәк. Һәләтле балаларҙың уҡырға тип башҡа ҡалаларға китеү процесы – бәлки, билдәле бер йүнәлештә ғәҙелдер. Ләкин беҙгә был егеттәрҙе һәм ҡыҙҙарҙы кире ҡайтара белергә, улар өсөн шарттар, яңы эш урындары булдырырға кәрәк, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Йәнә бер ҡат ҡабатлап әйтәм, беҙ һәләтле йәштәр өсөн ниндәйҙер айырым, йылытмалы шарттар булдырырға түгел, ә бөтә балалар менән эшләргә, һәр мәктәптә һәләте булған бала үҙен тормошҡа ашыра алһын өсөн мөмкинлектәр булдырырға тейеш.


Башҡортостандың мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова әле республикала Һәләтле (талантлы) балаларҙы һәм йәштәрҙе үҫтереү концепцияһы әҙерләнеүен һөйләне. Хәҙер ул төбәк Финанс министрлығында килешеү үтә. Атап әйткәндә, документ йәш таланттарға булышлыҡ итеү системаһын булдырыуҙы, уҡытыусыларҙың квалификацияһын арттырыуҙы, шулай уҡ республиканың юғары уҡыу йорттары менән тығыҙыраҡ үҙ-ара эш алып барыуҙы күҙ уңында тота. Республикала талантлы балаларҙы һәм йәштәрҙе беркетеү, шулай уҡ башҡа төбәктәрҙән сығарылыш уҡыусыларын йәлеп итеү өсөн мауыҡтырғыс шарттар булдырыу концепция сиктәрендәге бурыстарҙың береһе булып тора.

Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, республикаға олимпиадаларҙа ҡатнашыусылар иҫәбе артынан ҡыуырға кәрәкмәй.

— Беҙгә яңы һөҙөмтәләр алырға, шул иҫәптән башҡа төбәктәрҙән егеттәрҙе һәм ҡыҙҙарҙы йәлеп итергә мөмкинлек биргән яңы уҡытыу киңлеге булдырырға кәрәк, – тине Башҡортостан Башлығы.


Читайте нас в