Юлдаш
+8 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
Җәмгыять
6 июль 2018, 02:00

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы хеҙмәткәрҙәре дәүләт наградалары менән бүләкләнде

Кесе йома, 5 июлдә, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтендә дәүләт наградаларын тапшырыу тантанаһы үтте. Иң яҡшы хеҙмәткәрҙәргә наградаларҙы һәм маҡтаулы исемдәрҙе Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Евгений Маврин тапшырҙы. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов исеменән ул бүләкләнгәндәрҙе намыҫлы хеҙмәттәре, төбәктең социаль-иҡтисади үҫешенә өлөш индергәндәре өсөн рәхмәт әйтте.

Дәүләт наградаларын 54 кеше – сәнәғәт, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт, спорт хеҙмәткәрҙәре алды. Улар араһында – ауыл Советтары рәйестәре, хакимиәт башлыҡтары хеҙмәткәрҙәре, предприятие директорҙары, табиптар, шәфҡәт туташтары, артистар, һатыусылар, водителдәр, токарҙар, янғын һүндереү хеҙмәте, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре, сауҙа, хеҙмәттәр һәм элемтә өлкәһе эшсәндәре. Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән Башҡорт сода компанияһының алты хеҙмәткәре билдәләнде. Шулаҡ уҡ «Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе»,«Башҡортостандың атҡаҙанған элемтәсеһе», «Башҡортостандың атҡаҙанған табибы», «Башҡортостандың атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре», «Башҡортостандың атҡаҙанған торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәткәре», «Башҡортостандың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре»,

«Башҡортостандың атҡаҙанған иҡтисадсыһы», «Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемдәр бирелде. Йырсылар Дияна Ишниязова һәм Венера Юлгилдина, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры артисы Илнур Лоҡманов, Рус драма театры артисы Григорий Николаев, «Марат» театр студияһы етәксеһе Марат Шәйбәков республиканың атҡаҙанған артистары исеменә лайыҡ булды.

«Һеҙҙе барығыҙҙы тыуған республиканың һәм илдең яҙмышы өсөн шәхси яуаплылыҡ, тыуған илебеҙҙе үҫешкән, татыу, тотороҡло итеп күреү, кешеләргә файҙа килтереү тойғоһо берләштерә. Башҡортостанда һәр саҡ намыҫлы эшләйҙәр, һәр ҡайһығыҙҙың хеҙмәт биографияһы – уға дәлил. Һәр берегеҙ эшмәкәрлегегеҙҙә юғары ҡаҙаныштарға өлгәште. Һеҙҙең дәртегеҙ, күтәренкелегегеҙ, ысын илһөйәрлегегеҙ йәштәр, бөтә йәмғиәт өсөн Ватанға фиҙаҡәр хеҙмәт итеү, эшкә ҡарата яуаплы мөнәсәбәт өлгөһө булып тора, — тип йыйылғандарға мөрәжәғәт итте Евгений Маврин. — Республикабыҙ ҡаҙаныштарында, Башҡортостан Рәсәйҙең терәк, ныҡлы, күренекле төбәктәрҙең береһе булып тороуында, һеҙҙең хеҙмәтегеҙ ҙә ҙур. Һәр ҡайһығыҙ – ижад итеү көсөнә эйә һәләтле кеше. Һеҙ юғары оҫталығығыҙ һәм намыҫлы көсөргәнешле хеҙмәтегеҙ, иҡтисади һәм социаль өлкә, фән һәм мәғариф, мәҙәниәт һәм спорт үҫешенә тос өлөш индергәнегеҙ өсөн дәүләт наградаларына лайыҡлы. Һеҙ – беҙ ғорурланған һәм ҡәҙерләгән Башҡортостандың алтын фонды. Һеҙгә ҙур рәхмәт һәм ысын күңелдән һеҙгә һәм яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, именлек, тыныслыҡ һәм бик күп яңы үрҙәр теләйем. Ғаиләләрегеҙгә изгелек, байлыҡ, күркәмлек. Һәр ғаиләлә аһәңлек, тыныслыҡ, мөхәббәт һәм шатлыҡ урын алһын».

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова

Читайте нас: