Уҙған тәүлек эсендә Башҡортостанда белгестәр 17,5 гектар майҙанда ике урман янғынын һүндергән. Республиканың тағы ете районында тәбиғи ут сығыуы ихтимал. Атап әйткәндә, төбәк Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында Баҡалы, Дүртөйлө, Туймазы, Федоровка, Саҡмағош һәм Яңауыл райондары халҡын иҫкәрткәндәр. Бында тәбиғи янғын хәүефенең 1, 3 һәм 4-се класы фараз ителә.
«2018 йылғы янғын хәүефе осоро башланғандан алып, Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә дөйөм 771,52 гектарҙа (уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда – 338,05 гектар, артым 433,47 гектар) бөтәһе 101 тәбиғи янғын (уҙған йылда ошо осорҙа — 25 усаҡ) теркәлгән», — тип хәбәр иттеләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығында.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук