Юлдаш
+14 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
Җәмгыять
6 июль 2018, 02:00

Башҡортостанда эҫе ҡасан сигенә: июль айына яҡынса һауа торошо фараздары

Башҡортостанда йәйҙең икенсе айы эҫе һауа торошонан башланды. Термометр күрһәткестәре көндөҙ 30 градустан төшмәне. Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, алдағы өс көндә һауа температураһы төндә 13-18, көндөҙ 26-31 градус тәшкил итә. 6 июлдә урыны менән бер аҙ ямғыр яуа, төньяҡ һәм көнсығыш райондарҙа уртаса, йәшен. Ел көньяҡ-көнсығыштан төньяҡ-көнбайышҡа күсеүсән талғын, йәшендә көсәйеүсән. Алдағы ял көндәрендә бер аҙ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа, йәшен. Ел үҙгәреүсән йүнәлештә талғын, йәшен йәшнәгәндә – көсәйеүсән.

«Гисметео» порталында урынлаштырылған яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, киләһе аҙнала республикала һауа температураһы көндөҙ 26-27 градустан артмай. Июлдең ундарында бер аҙ ямғыр менән аҙ болотло һауа торошо һәм йәшен фаразлана.

Ай уртаһында эҫе сигенә: 16 июлдән термометр күрһәткестәре 24-26 градустан күтәрелмәй. Күбеһенсә, июль аҙағына тиклем болотло, аҙ болотло, һуңынан бер аҙ ямғыр менән йонсоу һауа торошо көтөлә.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина

Читайте нас: