Юлдаш
+13 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
Җәмгыять
2 июль 2018, 02:00

Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәте Башҡортостанда демографик кәмеүҙе теркәгән

Башҡортостанда йыл башынан тыуымдың кәмеүе һәм үлемдең артыуы теркәлгән. 2018 йылдың ғинуарынан майына ҡәҙәр тикшеренеү һөҙөмтәләрен Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәте тәҡдим итте.

Атап әйткәндә, ағымдағы йылдың биш айында төбәктә 19 341 бала тыуған. Былтыр ошо осорҙа 759 балаға күберәк сабый донъяға килгән – 20 100. Йыл башынан республикала 21 824 кеше һәләк булған, ул уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 108-гә күберәк (21 716). Халыҡтың тәбиғи кәмеүе 2483 кеше тәшкил итә. Тик май айында ғына Башҡортостанда 4074 бала тыуған, 4475 кеше үлгән.

Белгестәр ғаилә ҡороу иҫәбенең кәмеүен һәм айырылышыуҙар һанының артыуын теркәй. Башҡортостанда 2018 йылдың ғинуарынан майына тиклем 7212 никах теркәлгән. Былтыр ошо уҡ осорҙа 7959 пар өйләнешкән. Быйыл йыл башынан – 6341 ғаилә, уҙған йылдың биш айында 6321 ғаилә тарҡалған.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова


Читайте нас: