Юлдаш
+13 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
Җәмгыять
28 июнь 2018, 02:00

Башҡортостанда дауыл хаҡында иҫкәртәләр: көслө ҡойма яуын һәм эре боҙ-борсаҡ яуыуы көтөлә

Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн, 28 июндә, һәм 29 июндә төндөң тәүге яртыһында дауыл хаҡында иҫкәртәләр.

Республикала урыны менән елдең секундына 21-26 метрға тиклем көсәйеүе, көслө ҡойма ямғыр һәм эре боҙ-борсаҡ яуыуы көтөлә.

Ҡотҡарыусылар хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә кәңәш итә. Көслө елдән йорт диуарҙары янында йәшенергә ярамай, сөнки ҡыйыҡтан шифер һәм башҡа ҡыйыҡ ябыу материалдары төшөүе ихтимал. Ошо уҡ кәңәштәр йәмәғәт транспорты туҡталыштарына, реклама таҡталарына, ағастарға, төҙөлөп бөтмәгән биналарға ҡағыла. Көслө елдә электр тапшырыу линиялары аҫтында тороу һәм өҙөлгән электр сымдарына яҡын барыу ғүмер өсөн хәүефле.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ел көсәйгәндә бинала ҡалырға, урамда булғанда ер аҫты үткәүелдәрендә йәшенергә йәки подъезға инергә кәңәш бирә. Балаларҙы айырым контролгә алыу һәм уларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмау мөһим.

Тәбиғәттә булғанда көслө дауылда һыу инмәгеҙ, бәләкәй күл йәки йылға булһа ла. Йәшендә һәм көслө елдә усаҡ яндырмағыҙ, яңғыҙ бер ҡайҙа ла бармағыҙ, тип мөрөжәғәт иттеләр республика халҡына Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында. Боҙ-борсаҡ яуғанда мөмкин тиклем тышҡа сыҡмаҫҡа. Бинала булғанда тәҙрәләрҙән алыҫ торорға кәрәк. Урамда саҡта ышыҡ урын табырға, башығыҙҙы боҙ-борсаҡтан һаҡларға тырышығыҙ, ағас аҫтына йәшенмәгеҙ. Боҙ-борсаҡ яуғанда автомобилдә барһағыҙ, туҡтағыҙ. Машинала тәҙрәнән алыҫыраҡ ултырығыҙ, эсенән сыҡмағыҙ. Шуны хәтерегеҙҙә тотоғоҙ: боҙ-борсаҡ уртаса 6 минут самаһы яуа, бик һирәк 15 минуттан оҙағыраҡ дауам итә.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова

Читайте нас: