Кисә республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Ағиҙел йылғаһы буйында ярҙарҙы нығытыу инженер ҡоролмаларын төҙөү һәм төҙөкләндереү буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Унда Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, профилле министрлыҡ һәм ведомство вәкилдәре, Өфө хакимиәте, төҙөлөш ойошмалары ҡатнашты.
— Үткән аҙнала төҙөлөш барышын, был объекттың киләсәктәге торошон күрһәткән яр буйы элементтарын ҡараныҡ. Матур, эффектлы, бөтә яҡтан да мауыҡтырғыс килеп сыға тип әйтер инем. Дөйөм алғанда ҙур эш башҡарылған. Асылда иһә, төҙөлөштөң икенсе этабын быйыл тамамларға була – тине Рөстәм Хәмитов. – Төҙөлгән өлөш оҙонлоғо 3,2 саҡрым тәшкил итә, ә бөтәһе – йылға буйлап 4 саҡрым. Тағы яҡынса 1 саҡрым (0,92 км) Пугачев урамынан Ағиҙел урамына хәтлем. Ул өсөнсө сират. Дүртенсе сират – Салауат Юлаев һәйкәленән тимер юл күперенә саҡлы – тағы 800 метр. Һөҙөмтәлә – яр буйын нығытыуҙың дөйөм оҙонлоғо 5 саҡрым тәшкил итә.
Шуның менән бергә, республика Башлығы һүҙҙәренсә, яр буйын төҙөкләндереү һәм уны тәртиптә тотоу буйынса һорауҙар бар.
— Бөгөнгө көнгә Өфө халҡы яғынан төҙөлгәнде тәртиптә тотоу йәһәтенән ҙур ҡәнәғәтһеҙлек бар. Социаль селтәрҙәрҙән өҙөмтәләр шәлкемен ҡараным – аяуһыҙ тәнҡит, беҙ эшләгәнгә баһа бик түбән. Быға, әлбиттә, тәртиптә тотоу менән бәйле мәлде күҙ уңынан ысҡындарыу сәбәпле. Ошо баһалар, тағы ла бер ҡат әйтәм, ҡаты. Был яр буйында бысраҡ, төҙөклөндәреү булмауҙа, ниндәйҙер аңлайышһыҙ күңел асыу урыны булыуҙа ғәйепләйҙәр, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Тәнҡит, кире аңлау кимәлен кәметеү өсөн беҙ һеҙҙең менән яҡын ваҡытта бик тырышып эшләргә тейеш. Ҡала халҡы һәм республика ҡунаҡтары өсөн мәҙәниәтле ял урыны алырға тейешбеҙ.
«Заманса проектлау институты» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Андрей Плакс яр буйының архитектура ҡарары, дизайны һәм үҫеш концепцияһы тураһында һөйләне. Проект менән һыу баҫмаған участкаларҙа миҙгелле лә, шулай уҡ стационар элементтар ҡаралған, тип билдәләне ул. Улар иҫәбендә – йәмәғәт саралары ҡабул итеү өсөн павильондар, кафе, спорт инвентарын ҡуртымға биреү пункттары, йүгереү һәм велосипед юлдары. Салауат Юлаев һәйкәле эргәһендә амфитеатр урынлашасаҡ.
Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Артём Ковшов яр буйын төҙөклөндәреү эштәрен кәрәкле конкурс процедураларын уҙғарғандан һуң август урталарында башларға күҙаллау тураһында хәбәр итте. Эштәрҙең хаҡы 524 миллион һум тәшкил итә, уларҙан 508 миллион – республика ҡаҙнаһынан, ҡалғаны – өҫтәмә финанслау шарттарында бүленгән ҡала ресурстары. Рөстәм Хәмитов был эштәрҙе тиҙләтеү, шул иҫәптән алдан әҙерлек этабын үткәреү кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Өфө ҡала округы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов яҡын ваҡытта «Йәшлек» бассейнынан Дуҫлыҡ монументы яғына автомобиль юлының икенсе сиратына контракт төҙөләсәген хәбәр итте. Киләсәктә гидротехник ҡорамалдарҙы һәм яр буйын хеҙмәтләндереүгә килгәндә ул махсуслаштырылған файҙаланыу ойошмаһы булдырырға тәҡдим итте. Рөстәм Хәмитов был идеяны хупланы, төрлө варианттар өҫтөндә эшләргә һәм был өлкәлә башҡа ҡалаларҙың тәжрибәһен өйрәнергә ҡушты.
Кәңәшмә барышында Телеүҙәк тирәһендә арҡанлы күтәргес йәки фуникулёр төҙөү, Өфөнөң көньяҡ битен тәртипкә килтереү, яр буйы эргәһен төҙөкләндереү, юл сиселештәре төҙөү, Ағиҙел йылғаһы аша иҫке күперҙе йүнәтеү һәм яңыһын төҙөү варианттары кеүек мәсьәләләр тикшерелде. Күперҙәр һәм уның менән бергә юл сиселештәре темаһы июлдә айырым кәңәшмәлә өйрәнеләсәк, тип билдәләне республика Башлығы.
— Кешеләр Өфөлә яңы иҫ киткес, заманса ял итеү зонаһы барлыҡҡа килеүенә шатланһын өсөн 2019 йылда яр буйының беренсе һәм икенсе этабын тулыһынса тамамларға тейешбеҙ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.