Юлдаш
+8 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
Җәмгыять
22 Май 2018, 02:00

Башҡортостан студенттары «Рәсәй студент яҙы» призерҙары булды

Ставрополь ҡалаһы «Рәсәй студент яҙы» XXVI бөтә Рәсәй фестивален ҡабул итте. Бында илдең 80 төбәгенән 2700 юғары уҡыу йортонда уҡыусы йыйылды. Фестивалдә Башҡортостанды Өфө дәүләт нефть техник университеты һәм М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттары танытты.

«Рәсәй студент яҙы йомғаҡтары буйынса Өфө дәүләт нефть техник университеты студенттары Елизавета Чистякова һәм Данил Букуев «Калинка» бейеүе менән икенсе урын яуланы», — тип хәбәр иттеләр республика йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.


«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук

Читайте нас: