Юлдаш
-29 °С
Болытлы
75 лет Победы
Барлык яңалыклар
Җәмгыять
16 Май 2018, 02:00

Рәсәй төбәктәрендә һабантуйҙар уҙғарыу көндәре билдәле булды

Башҡортостанда башҡорттар һәм татарҙар тығыҙ йәшәгән Рәсәй төбәктәрендә уҙасаҡ традицион һабантуйҙарҙың графигы раҫланды.

Хөкүмәт бойороғона ярашлы, тәүге халыҡ байрамдары 16 июндә Һарытау өлкәһендә, Пермь крайының Барҙы районында, ХМАО – Юграның Когалым ҡалаһында үтә.

23 июндә һабан байрамын Һамар өлкәһендә уҙғаралар. Һабантуй 30 июндә – Ленинград, Свердловск өлкәләре, 7 юлдә Силәбе өлкәһе башҡорттарын һәм татарҙарын йыя. 14 июлдә байрамды Ҡурған өлкәһендә үткәрәләр.

21 июлдә Дөйөм ҡала һабантуйын Мәскәү ҡалаһының Коломенск паркында ойошторалар.

Байрам уҙғарыу урындарын һылтанма буйынса ҡарарға мөмкин.

Башҡорт милли мәҙәниәтен һәм милли спорт төрҙөрен һаҡлау һәм үҫтереү, Башҡортостан Республикаһынан алыҫ йәшәгән ватандаштарға ярҙам итеү, төбәктәр араһында мәҙәни һәм иҡтисади бәйләнештәр булдырыу маҡсатында Рәсәй төбәктәрендә «Һабантуй» халыҡ байрамында ҡатнашыу өсөн Башҡортостан Республикаһы делегациялары йүнәлтеләсәк.

Республика башҡарма власть органдары етәкселәренә халыҡ байрамында ҡатнашырға ҡушылған. Республиканың муниципаль район һәм ҡала округтары хакимиәттәренә «Һабантуй» халыҡ байрамында ҡатнашырға, башҡорт этно-фольклор участкалары һәм милли аш-һыу күргәҙмәһе ойошторорға кәңәш ителгән.


«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева

Читайте нас в