Юлдаш
+8 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
Җәмгыять
16 Май 2018, 02:00

Балаҡатай районы яҡташтарын «Башҡортостан тарихы биттәре» фестиваль-марафонына йыя

Өфөлә Балаҡатай районы «Башҡортостан тарихы биттәре» фестиваль-марафонында ҡатнаша. Сара 26 майҙа Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында үтә.

Программала район тарихы һәм уның күренекле шәхестәре тураһында күргәҙмә, районда етештерелгән тауар һәм әйберҙәр күргәҙмәһе, райондың ижади эшмәкәрҙәре һәм башҡарыусылары концерты ҡаралған.

Көндөҙгө сәғәт 3-тә балаҡатайҙар етештергән продукцияны һатыу-күргәҙмәһе асыла, сара райондағы иң яҡшы коллективтарҙың концерты менән дауам итә. Инеү ирекле.

Форум Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығына арналған. Марафон барышында штандарт эстафета кеүек бер райондан икенсеһенә тапшырыла. Шул рәүешле, 2019 йылдың аҙағына хәтлем Өфө сәхнәләрендә республиканың бөтә муниципаль берәмектәре үҙ районы менән таныштыра.


«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева

Читайте нас: