Юлдаш
-20 °С
Болытлы
75 лет Победы
Барлык яңалыклар
Җәмгыять
1 декабрь 2017, 02:00

Башҡортостанда мохтаждарҙың яртыһының юғары технологик медицина ярҙамын алыу мөмкинлеге бар

30 ноябрҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары алдында йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһаны. Сығышының байтаҡ өлөшөн ул һаулыҡ һаҡлау өлкәһен, шул иҫәптән медицина фәндәрен үҫтереүгә бағышланы. Республика ғалимдары офтальмология, хирургия фндәре, алдынғы аяҡҡа баҫтырыу алымдары һәм курортология, заманса медицина материалдары етештереү өлкәһендәге тикшеренеүҙәре менән билдәле. Онкологтарыбыҙҙың да уңыштары бар. Улар Япония ғалимдары менән берлектә яңы маҡсатлы яман шешкә ҡаршы препараттар әҙерләй»,— тип хәбәр итте ул.
Рөстәм Хәмитов ғилми ҡаҙаныштарҙы киң таратыу, яңы препарат һәм техника өлгөлөрен уйлап сығарыу, юғары технологик медицина ярҙамын киңәйтеү өсөн тикшеренеү үҙәктәре, алдынғы клиникалар һәм инновацион предприятиелар ҡатнашлығында медицина ғилми-мәғариф кластерын булдырыу өҫтөндә уйланырға тәҡдим итте.
«Хәҙер уны республикала мохтаждарҙың 50 проценттан ашыуы ала, шул уҡ ваҡытта ни бары бер нисә йыл элек был күрһәткес 15 процентҡа ла етмәй ине. Был мөһим медицина хеҙмәттәре төрөнөң күләмен үҫтерергә һәм уны дәүләт тарафынан финанслауҙы арттырырға кәрәк», — тип иҫәпләй төбәк етәксеһе. — «Беҙҙең көндәрҙә һанлы медицинаға күсеү, дистанцион технологиялар индереү пациенттың һаулығы менән системалы идара итеүгә киң мөмкинлектәр аса. Һуңғы быуын медицина беләҙектәре, кардиостимуляторҙар һаулыҡтың торошон тәүлек әйләнәһенә контролдә тотоу һәм мәғлүмәттәрҙе клиникаға тапшырыу мөмкинлеген бирә. Яңы юғары технологик компетенциялар менән профилле белгестәр әҙерләү зарур».
Кешелек потенциалын үҫтереү күрһәткестәренең сифатлы мониторингы өсөн, шул иҫәптән халыҡтың сәләмәтлеген баһалау йәһәтенән Башҡортостан Башлығы республиканың Фәндәр академияһына хөкүмәткә һәм йәмәғәтселеккә йыл һайын тейешле тематик докладтар әҙерләргә һәм уның менән таныштырырға ҡушты.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. http://www.bashinform.ru/bash/1086571/

Читайте нас в