Юлдаш
+14 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
Мәгариф
27 апрель 2020, 16:35

Бөтә донъяла 305 мең кеше башҡорт теленән халыҡ-ара онлайн диктант яҙҙы

25 апрелдә Башҡорт теленән Халыҡ-ара онлайн диктант ойошторолдо. Быйыл акция тәүгә онлайн үткәрелде. Тотош донъяла 305 600 кеше диктант яҙҙы.

25 апрелдә Башҡорт теленән Халыҡ-ара онлайн диктант ойошторолдо. Быйыл акция тәүгә онлайн үткәрелде. Тотош донъяла 305 600 кеше диктант яҙҙы.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, Рәсәйҙең 18 төбәге һәм 24 сит ил ҡатнашты, уларҙың 39 214-е — Рәсәй төбәктәрендә йәшәүсе милләттәштәребеҙ, 3395-е — сит илдәрҙә йәшәгән яҡташтарыбыҙ.

Иң бәләкәй ҡатнашыусыға — 5 йәш, ул Баймаҡтан, ә иң оло кешегә — 96 йәш, ул Ишембай районында йәшәй.

223 мең кеше bashkdictant.ru сайтында диктант яҙып, эштәрен ебәрҙе.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, диктант башҡорт телен башланғыс кимәлдә белгәндәр, башҡортса иркен аралашҡандар һәм башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙғандар өсөн ойошторолдо. Төньяҡ-көнбайыш диалектта диктантты 51 345 ҡатнашыусы яҙҙы.

Акцияның рәсми һөҙөмтәләре 30 көн эсендә сайтҡа ҡуйыла. Бөтә ҡатнашыусыларға Диктантта ҡатнашыу тураһында электрон сертификаттар ебәрелә.

Диктантты ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.

Читайте нас: