Бөгөн Өфөлә беренсе мәктәп мәғарифы форумы асылды. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров үҙ сығышында мәктәптәрҙә биш көнлөк уҡыуға күсергә тигән тәҡдим индерҙе. Балалар былай ҙа арыған һәм ял көндәрен ғаиләһе менән уҙғарырға тейеш. Шуның менән бергә биш көнлөк эш аҙнаһына күсеү барышында уҡытыусыларҙың эш хаҡы һаҡлана. 32 буш шәмбенең һигеҙен Радий Хәбиров мәктәпкә арнарға тәҡдим итте.
Мәҫәлән, беренсе шәмбене дөйөм мәктәп спартакиадаһына бағышларға. Октябрҙәге икенсе шәмбене тыуған яҡты өйрәнеүгә бирергә, унда билдәле яҡташтарыбыҙҙы йәки хеҙмәт геройҙарын саҡырырға мөмкин.
«Балаларыбыҙҙың мәктәптән һау-сәләмәт, бәхетле, матур кешеләр булып сығыуҙарын теләйбеҙ, шуға күрә биш көнлөк уҡыуға күсергә тәҡдим итәм», — тине Радий Хәбиров.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин