Юлдаш
-4 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
Мәгариф
20 сентябрь 2018, 02:00

Баш ҡаланың ике юғары уҡыу йорто фәнни ойошмаларҙың абруйлы халыҡ-ара рейтингына индерелде

Өфөнөң ике юғары уҡыу йорто фәнни ойошмаларҙың абруйлы халыҡ-ара рейтингына индерелде.

Өфө дәүләт авиация техник университеты Рәсәйҙең ғилми ойошмалары араһында — 44-се, донъя исемлегендә 714-се урынды биләне. Өфө дәүләт нефть техник университеты — 67-се һәм 741-се позицияла. Рейтингта Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәге лә бар — 37-се һәм 705-се урындар.

SCImago Institutions Rankings — фәнни ойошмаларҙың билдәле һәм абруйлы рейтингы, уға мәғариф ойошмалары ла, фәнни-тикшеренеү үҙәктәре лә, шәхси корпорациялар ҙа инә. Ул объектив рейтингтарҙың береһе тип һанала, сөнки эксперттар фәнни ойошмаларҙы уларҙың ғаризаһы буйынса түгел, ә халыҡ-ара мәғлүмәттәр базаларынан асыҡ мәғлүмәт буйынса баһалай.

2018 йылғы рейтинг 2012-2016 йылдарҙағы материалдарҙы үҙ эсенә ала. Унда бөтәһе 5637 ойошма күрһәтелгән, шуларҙың 3234-е — донъя университеттары. М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты Рәсәй вуздары араһында иң юғары — 256-сы урынды биләй.

Фәнни ойошмаларҙың дөйөм рейтингында тәүге бишәү иҫәбенә Ҡытай Фәндәр академияһы, Францияның Милли ғилми тикшеренеүҙәр үҙәге, Гарвард Университеты, Facebook, Google инә. Рәсәй Фәндәр академияһы 33-сө урынды биләй — Рәсәй фәнни ойошмалары арыһында иң юғарыһы.

Мәғариф ойошмаларының дөйөм рейтингында (Higher Education) тәүге бишәү исемлегендә — Гарвард университеты, Стэнфорд университеты, Массачусетс Технология Институты, Циньхуа университеты, Джон Хопкинс университеты.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова

Читайте нас: