Юлдаш
-4 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
Мәгариф
23 август 2018, 02:00

Быйыл өфөләргә балаларын мәктәпкә әҙерләү күпмегә төшә

Белем көнө алдынан «Юла» иғландар сервисы Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә «уҡыусы кәрзине»нең хаҡын тикшергән һәм Өфөлә баланы мәктәпкә әҙерләү күпмегә төшөүен асыҡлаған.

Кәрзингә мәктәп формаһы, балалар туфлийы, блузка, рюкзак, канцелярия тауарҙары, 1 сентябргә гөлләмә һәм мәктәп йыһазы ингән. Асыҡланыуынса, Өфөлә мәктәп тауарҙарына хаҡтар юғары түгел. Өфөлә ата-әсәләргә уртаса 4700 һум кәрәк. Илдә «уҡыусы кәрзине»нең уртаса хаҡы 10% юғары — 5250 һум. Иң арзан тауарҙар һатылған тәүге өс ҡала иҫәбендә — Һамар (3500 һум), Ҡазан (3700) һәм Төмән (3800). Мәскәү, Сочи һәм Красноярскиҙа йәшәүселәргә мәктәп тауарҙарына аҡсаны күберәк тотонорға тура килә — 6100-6800 һум.

Өфөлә мәктәп формаһы уртаса 660 һум тора. «Юла»ла балалар туфлийының уртаса хаҡы — 190 һум. Рюкзак ҡалала 700 һум тора, ә канцелярия тауарҙары Өфө ата-әсәләренә уртаса 205 һумға төшә. Уҡыу өсөн мебель —өҫтәл һәм ултырғыс 840 һәм 1000 һумға һатыла.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова

Читайте нас: