Юлдаш
-4 °С
Ачык
Барлык яңалыклар
Мәгариф
13 август 2018, 02:00

Республикала ауыл уҡытыусылары өсөн 200 мең һум күләмендә дәртләндереү сараһын индерергә тәҡдим итәләр

Әлеге көндә Башҡортостан мәктәптәрендә, урта махсус һәм юғары уҡыу йорттарында 70-кә яҡын уҡытыусы эшләй. Улар өсөн «Киләсәк уҡытыусыһы» тип аталған яңы милли проект ғәмәлгә ашырыла башлай. Был һөнәри компетенцияларға эйә булыу кимәлен билдәләргә, яңы аттестация системаһын индерергә мөмкинлек бирергә тейеш.

«Ошо процестарҙы ойоштороуҙа эшмәкәрлек төрҙәре буйынса профессиональ берләшмәләр ярҙам итергә бурыслы. Улар — төрлө фәндәрҙән уҡытыусылар, етәкселәр, методистар. Предмет уҡытыусыларын түбән һөҙөмтәле мәктәптәрҙәге уҡытыусыларҙың квалификацияһын күтәреүгә йәлеп итеү дөйөм белем биреү сифатын арттырырға һәм төп фәндәр буйынса көслө һәм көсһөҙ мәктәптәр араһындағы айырманы кәметергә мөмкинлек бирҙе», — тип билдәләне республиканың мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова.

Ведомство етәксеһе һүҙҙәренсә, бөгөн ауыл ерендә уҡытыусыларға ҙур ҡытлыҡ күҙәтелә. Быйылдан министрлыҡта Башҡортостан Башлығы гранттарынан тыш конкурс нигеҙендә тәүге йылда яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән һәм артабан эшләргә әҙер булғандар өсөн 200 мең һум күләмендә финанс ярҙамын индерергә тәҡдим итәләр.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук

Читайте нас: