Юлдаш
-12 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар

Республикала ужымдың һәләк булыуы сәбәпле ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелде

Башҡортостандың 42 районында ужымдың һәләк булыуы сәбәпле ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелде. Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған тейешле указ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылды.

Әлшәй, Ауырғазы, Баҡалы, Балтас, Бәләбәй, Балаҡатай, Бишбүләк, Бөрө, Ғафури, Дыуан, Дүртөйлө, Йәрмәкәй, Иглин, Илеш, Ишембай, Ҡалтасы, Ҡариҙел, Ҡырмыҫҡалы, Ҡыйғы, Күгәрсен, Кушнаренко, Көйөргәҙе, Мәләүез, Мәсетле, Миәкә, Нуриман, Салауат, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Тәтешле, Туймазы, Өфө, Учалы, Федоровка, Саҡмағош, Шишмә, Шаран, Яңауыл райондарында 29 апрелдән 19 майға тиклем ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелде.

30 майға тиклем республиканың Ауыл хужалығы министрлығы Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығына культураларҙың һәләк булыуынан килгән зыян һәм уларҙың үҫтереү өсөн сығым тураһында документтар тапшырырға тейеш, тиелә документта. Район хакимиәттәре башлыҡтарына үҫемлектәрҙең туңыу һәм ауырыуҙар менән зарарланыу эҙемтәләрен йомшартыу сараларын күреү бурысы йөкмәтелде.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, Башҡортостанда ужымдың һәләк булыуы сәбәпле зыян 6 миллиард һумға баһалана. Ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Илшат Фәзрахманов һүҙҙәренсә, апрелдә температураның түбәнәйеүе ужым сәсеүлектәренең һәләк булыуына килтерҙе.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова


Читайте нас: