Юлдаш
+13 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
АГРОСӘНӘГАТЬ ҮСЕШЕ
30 август 2018, 02:00

Төбәктә ураҡ буйынса Саҡмағош районы алда бара

Башҡортостан аграрийҙары ошо көндәрҙә урып-йыйыу кампанияһының экваторын уҙа. Иген баҫыуҙарының яртыһы тиерлек сабылған, 1,5 миллион тонна ашлыҡ – планлаштырылған уңыштың 50% йыйып алынған. Төп күрһәткестәр буйынса саҡмағоштар алда бара. Районда 92 мең тоннаға яҡын ашлыҡ һуғылған, гектарынан уртаса уңыш 33 центнерҙан ашыу тәшкил итә.

Тулайым һуғып алыу буйынса — Стәрлетамаҡ районы (87,7 мең тонна), ә уңыш буйынса Ҡырмыҫҡалы районы (гектарынан 26,5 центнер) икенсе килә. Республика буйынса һуңғы тәүлектә уңайлы һауа шарттарында 55 мең гектар йыйып алынған, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығынан.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Читайте нас: