Юлдаш
+13 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
АГРОСӘНӘГАТЬ ҮСЕШЕ
28 апрель 2018, 02:00

Республикала 3 миллиард һумға ҙур һөт фермаһы төҙөлә

Башҡортостандың Өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлеге ауыл хужалығы өлкәһендәге яңы объект менән тулыланды, тип хәбәр итә республика Иҡтисади үҫеш министрлығының матбуғат хеҙмәте.


Һүҙ Ауырғазы районының Ишле ауылы янында 5 340 баш һауын һыйырына иҫәпләнгән һөт-тауар фермаһын һәм 2 500 үгеҙ малы өсөн һимертеү майҙансығын төҙөп файҙаланыуға тапшырыу хаҡында бара.

Инвестиция проектының инициаторы — «Урожай» һөт фермалары» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте.

Проект сиктәрендә 3 миллиард һумға 2021 йылға 80-гә яҡын яңы эш урыны булдырыу күҙаллана.

Проекттың иҡтисади һәм стратегик әһәмиәтен иҫәпкә алып, уны инвестор ихтыяжы нигеҙендә уңышлы ғәмәлгә ашырыу өсөн республика хөкүмәте ҡорамалдар һатып алыуҙы субсидиялау, инвесторҙың инженер коммуникацияларын төҙөүгә сығымдарын компенсациялау рәүешендә ярҙам сараларын, шулай уҡ һалым льготаларын алыуҙы тикшерергә ниәтләй, тип асыҡлыҡ индерҙеләр төбәктең Иҡтисади үҫеш министрлығында.

Әле Башҡортостандың Өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегендә дөйөм хаҡы 191 миллиард һумдан ашыулыҡ 53 проект бар. Уларҙы уңышлы бойомға ашырған осраҡта республикала 12,5 меңдән ашыу яңы эш урыны булдырыла.


«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева

Читайте нас: