Юлдаш
+9 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
Дин
22 апрель 2019, 02:00

Башҡортостанда изге Рамаҙан айында мосолмандар өсөн түләүҙәр күләме билдәләнде

Мосолмандарҙың изге Рамаҙан айына тиклем теүәл ике аҙна ҡалды. Быйыл Рамаҙандың тәүге көнө (мосолман йыл иҫәбе буйынса — Һижрәнең 1440 йылы) дүшәмбе, 6 майҙа башлана. Был көндө мосолмандар ураҙа тота башлай, кистәрен ифтар мәжлестәре ойошторола. Төндәрен Башҡортостан мәсеттәрендә йәмәғәтселек менән тәүәрих намаҙҙары уҡыла. Ураҙа байрамы шишәмбе, 4 июнгә тура килә.
Башҡортостан мосолмандарының Диниә назаратында изге айҙа түләүҙәр күләме билдәләнде. Өфөлә тейешле фәтүәгә мөфтөй Нурмөхәмәт Ниғмәтуллин һәм Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесенең беренсе урынбаҫары Әйүп Бибарсов ҡул ҡуйҙы.
Мөфтиәт ҡарарына ярашлы, Башҡортостанда быйыл аҙ тәьмин ителгән мосолмандар өсөн фытыр саҙаҡаһы — ғаиләнең һәр ағзаһынан 50-шәр һум. Урта хәлле диндарҙар өсөн — һәр кешенән 150-шәр һум. Хәллеләргә – 300-шәр һум. Һаулыҡ мөмкинлектәре буйынса ураҙа тота алмаған мосолмандарға фиҙиә саҙаҡаһының күләме ураҙаны ҡалдырған һәр көн өсөн 180 һум тәшкил итә (бер айға 5 220 һум).
Нисәб (минималь байлыҡ йәки мөлкәт, зәҡәтте шунан сығып түләргә кәрәк) – 224 000 һум. Ошо сумманан 5 600 һум зәҡәт килеп сыға.
Башҡортостан мосолмандарының Диниә назаратында зәҡәттең, фытыр, фиҙиә саҙаҡаларының 2018 йылдағы кеүек үк ҡалыуын билдәләнеләр.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: