21 августа Башҡортостанда йәшәүселәрҙе өҫтәмә ял көнө көтә. Ошо көндө дингә ышанған мосолмандар Ҡорбан байрамын билдәләй. Был байрам Мәккәгә хаж ҡылыуҙың тамамланыуын аңлата, ул Ураҙа байрамына һуң 70 көн үткәс башлана.
Башҡортостандың баш ҡалаһында был көндә 19 мәсеттә һәм намаҙ уҡыу залдарында байрам вәғәздәре уҙғарыла: Дим районында «Мәҙинә», Инорс биҫтәһендә «Мәҙинә» мәсетендә, Беренсе йәмиғ мәсетендә, «Ләлә-Тюльпан» мәсет-мәҙрәсәһендә, «Ихлас», «Ғофран», «Хәмзә Хажи», «Фатиха», «Рамаҙан», Тимашев ҡасабаһында «Дания», Максимовка ҡасабаһында «Асия», Нижегородка биҫтәһендә «Мөнирә», Нуғай мәсетендә, Шакша, Иҫке Турбаҫлы ауылы мәсетендә, Мәрйәм Солтанова исемендәге мәҙрәсәлә һәм Дағстан урамы, 10/2, Сельская Богородская урамы, 45/1, Октябрҙең 40 йыллығы урамы, 9/1, «Фәләк» адрестары буйынса ғибәҙәт ҡылыу залдарында.
Ҡорбан салырға теләгән кешеләр өсөн Зинин ҡасабаһы янында махсус майҙансыҡ йыһазландырылған (Пригородная урамы, 55, «Карауан» сауҙа үҙәге).