Юлдаш
+14 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
Кырын гамәлләр
20 апрель 2021, 16:10

Республикала эттәрҙең баланы талап үлтереүе тураһында эш буйынса ауыл хакимиәте башлығы тотолдо

Башҡортостандың Учалы районы Сәфәр ауыл Советы башлығы эшкә һалҡын ҡарауҙа ғәйепләнә. Тәфтиш версияһы буйынса, тап уның ғәмһеҙлеге дүрт йәшлек малайҙың берәҙәк эттәрҙән таланып үлеүенә килтергән.

Башҡортостандың Учалы районы Сәфәр ауыл Советы башлығы эшкә һалҡын ҡарауҙа ғәйепләнә. Тәфтиш версияһы буйынса, тап уның ғәмһеҙлеге дүрт йәшлек малайҙың берәҙәк эттәрҙән таланып үлеүенә килтергән.

Рәсәй Тәфтиш комитетының республика буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ауыл Советы башлығы халыҡтың Сәфәр ауылында хужаһыҙ эттәрҙең иркен йөрөүе тураһында ялыуҙарына иғтибар итмәгән.

«Ул мөрәжәғәттәрҙе тейешенсә ҡарамай ҡалдырған һәм законда билдәләнгән тәртиптә эттәрҙе аулауға ғариза менән Учалы районы хакимиәте килешеү төҙөгән махсус ойошмаға ла, район хакимиәтенә лә мөрәжәғәт итмәгән», — тип билдәләнеләр ведомствола.

Илдар Байбурин тотолған, тәфтишселәр судҡа түрәне ҡулға алыу тураһында документ әҙерләй. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәйҙең Тәфтиш комитеты рәйесе Александр Бастрыкин ошо эште тикшереүҙе шәхси контроленә алған.

Читайте нас: