29 июлдә, Рәсәй президенты Владимир Путин видеоконференция режимында илдә санитар-эпидемиологик хәл һәм һаулыҡ һаҡлау системаһының көҙгө-ҡышҡы осорға әҙерлеге тураһында кәңәшмә үткәрҙе. Унда Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты, тип хәбәр ителә республика етәксеһе хакимиәте сайтында.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар Рәсәйҙә коронавирус таралыуына бәйле хәлде, шулай уҡ медицина учреждениеларының көҙгө осорҙа һалҡын тейҙереп ауырыу осраҡтарының артыуына әҙерлеген тикшерҙе. «Хәл ҡатмарлы ҡала һәм теләһә ҡайһы яҡҡа тирбәлеүе мөмкин. Әйткәндәй, беҙ һеҙҙең менән тап шуға йыйылдыҡ та инде. Шуға күрә тынысланыу, табиптарҙың кәңәштәрен онотоу өсөн бер ниндәй ҙә сәбәп юҡ, – тине Владимир Путин. – Мин хәҙер власть вәкилдәренә лә, илебеҙҙә йәшәүселәрҙең һәммәһенә лә мөрәжәғәт итәм».
Әлегә илдең бөтә төбәктәрендә лә ауырыуҙар һанын тотороҡло кәметеүгә өлгәшелде тип әйтеп булмай, тине дәүләт башлығы. Уның һүҙҙәренсә, илдең ҡайһы бер субъекттарында хәл «ҡатмарлы ҡала».
Һуңғы тәүлектә Башҡортостанда 35 кешелә яңы коронавирус инфекцияһы диагнозы раҫланған. Шулай итеп, пандемия башланғандан алып республикала COVID-19 йоҡтороусылар һаны 6 675-кә еткән.