Юлдаш
-4 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
Сәясәт
18 март 2020, 16:35

Владимир Путин Конституцияға төҙәтмәләр буйынса тауыш биреү көнө тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы

Рәсәй Президенты Владимир Путин «Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына үҙгәрештәрҙе хуплау мәсьәләһе буйынса дөйөм Рәсәй тауыш биреүен тәғәйенләү тураһында»ғы указға ҡул ҡуйҙы.

Рәсәй Президенты Владимир Путин «Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына үҙгәрештәрҙе хуплау мәсьәләһе буйынса дөйөм Рәсәй тауыш биреүен тәғәйенләү тураһында»ғы указға ҡул ҡуйҙы. Ул Владимир Лениндың тыуған көнөндә – 22 апрелдә уҙғарыла. Был дата шаршамбыға тура килгәнлектән, тауыш биреү көнө ял тип иҫәпләнә.

Дәүләт башлығы ҡултамғаһы ҡуйылған рәсми документ тексында тауыш биреүгә «Һеҙ Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына үҙгәрештәрҙе хуплайһығыҙмы?» тигән һорауҙы сығарыу хаҡында әйтелә.

Ләкин ил президенты Рәсәй Федерацияһы Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Элла Памфилова менән осрашыуҙа бер нюансты билдәләне.

«Донъялағы ҡатмарлы, башҡа илдәрҙәге кеүек киҫкен булмаһа ла, беҙҙең илгә ҡағылған эпидеомиологик хәлде күҙ уңында тотоп, ошо хәл бындай саралар үткәрергә мөмкинлек биргән осраҡта ғына тауыш биреү уҙғарырбыҙ. Сөнки илдең Төп законына үҙгәрештәрҙең мөһим булыуына ҡарамаҫтан, беҙҙең граждандарҙың һаулығы һәм тормошонан да мөһимерәк нәмә юҡ», — тине Владимир Путин.

Читайте нас: