Юлдаш
+24 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
Сәясәт
14 февраль 2020, 17:25

Радий Хәбиров Ҡуштауҙы эшкәртеү буйынса эш төркөмө булдырырға ҡушты

13 февралдә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров республиканың ғилми берләшмәһе вәкилдәре менән осрашты һәм Ҡуштауҙы сәнәғәт эшкәртеүе менән бәйле көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшерҙе.

13 февралдә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров республиканың ғилми берләшмәһе вәкилдәре менән осрашты һәм Ҡуштауҙы сәнәғәт эшкәртеүе менән бәйле көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшерҙе.

Бынан алда Радий Хәбиров билдәле яҡташыбыҙ – музыкант Юрий Шевчукка ғалимдар менән осрашырға вәғәҙә биргәйне.

«Яңыраҡ Юрий Шевчук менән осраштым. Беҙ уның ошо хаҡта фекер алыштыҡ. Ул да битараф түгел, борсола. Һәм ул минән ғалимдар менән осрашыуымды һораны, — тип һөйләне Радий Хәбиров осрашыу ваҡытында. — Мин диалог яҡлымын, һәр саҡ һеҙҙең фекерҙе ишетергә әҙермен. Шуға күрә ошо мәсьәлә буйынса эш төркөмө булдырырға тәҡдим итәм. Һәр берегеҙгә уның составына инеү тәҡдиме менән хат ебәрермен. Әйҙәгеҙ, эштәр башланғанға тиклем ҡалған ваҡытты был хәлде нисек йомшартыу тураһында фекер алышыуға арнайыҡ».

Осрашыуҙа «Башнедра» компанияһының элекке етәксеһе Рәсих Хәмитов, эколог Марс Сәфәров, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге биологы Василий Мартыненко, геолог Исхаҡ Фәрхетдинов, биология фәндәре докторы Лариса Абрамова, Башҡортостандың экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министры Урал Искәндәров, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышының Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Руфина Шаһапова ҡатнашты.

Республика башлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ҡатнашыусылар Ҡуштауҙы эшкәртеүгә бәйле төрлө ғилми аспекттарға ҡағылды, шихандың үҫемлектәр һәм йәнлектәр донъяһын һаҡлап ҡалыу тәҡдимдәрен әйтте, шулай уҡ сода етештереүҙе артабан тәрән яңыртырға кәрәклеген билдәләне.

«Мин ҡарашымды әйттем – Ҡуштау эшкәртелә. Беҙгә ил өсөн стратегик етештереүҙе туҡтатырға һәм меңәрләгән кешене эшһеҙ ҡалдырырға бер кем дә рөхсәт итмәҫ», — тине Радий Хәбиров.

Эш төркөмөндә ҡатнашыусылар шиханды эшкәртеү проектын ентекле өйрәнергә һәм геологик-эҙләнеү һәм башҡа эштәрҙе рациональ үткәреү, шулай уҡ Ҡуштауҙың биологик үҙенсәлеген һаҡлап ҡалыу буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә тейеш.

Читайте нас: