-4 °С
Болытлы
1 сентябрҙән класс етәкселәренә махсус өҫтәмә — 5 мең һум индерелә. Аҡса федераль бюджеттан бүленә. Уҡытыусыларға ғәмәлдәге түләүҙәр һаҡлана. Класс етәксеһе – тәрбиәсе. Был – федераль функция, тип иҫкә төшөрҙө Рәсәй президенты, Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһап.
«Уҡытыусыларҙың хеҙмәт хаҡы һәм түләүҙәр кәмергә тейеш түгел, сөнки ил өсөн бик мөһим белгестәр хаҡында һүҙ бара», — тине Путин.
Ул шулай уҡ хөкүмәттән төбәктәр менән берлектә илдә нисә өҫтәмә мәктәп кәрәклеген билдәләүҙәрен һораны һәм мәктәптәр һалыуҙан тыш, белем биреү һәм башҡа инфраструктураны ошо маҡсаттар өсөн һөҙөмтәле файҙаланыу зарурлығын әйтте.
#ВладимирПутин