Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Бешкәктә Ҡырғыҙ Республикаһының иҡтисад министры Олег Панкратов менән осрашты. Осрашыуҙа ике яҡлы бәйләнештәрҙе артабан үҫтереү мөмкинлектәре тикшерелде.
Радий Хәбиров Рәсәй делегацияһы составында VIII «Стратегик партнёрлыҡтың һәм интеграцияның яңы офоҡтары» Рәсәй-Ҡырғыҙстан төбәк-ара конференцияһы эшендә ҡатнаша. Олег Панкратов Башҡортостан етәксеһенең килеүе туғандаш халыҡтар араһындағы бәйләнештәрҙе нығытыу өсөн сираттағы аҙым булырына ышаныс белдерҙе.
«Беҙҙә мәҙәни-гуманитар, иҡтисади бәйләнештәр ныҡлы урынлаштырылған. Халыҡтарыбыҙ бер-береһенә бик яҡын, — тине Ҡырғыҙстандың иҡтисад министры. — Шуға күрә яңы кимәлгә сығыу өсөн бөтә шарттар бар тип уйлайым».
Радий Хәбиров билдәләүенсә, Башҡортостан менән Ҡырғыҙстан араһында тауар әйләнеше тигеҙ түгел.
Уҙған йыл йомғаҡтарына ярашлы, ул 51 миллион доллар кимәлендә булған. Уның төп өлөшө республиканан сығарылған экспорт тауарҙарына тура килгән. Экпорттың нигеҙен — нефть химияһы һәм химия продукцияһы, ә импортты башлыса электр лампалары тәшкил иткән.
Радий Хәбиров әйтеүенсә, Башҡортостан Ҡырғыҙстандан йәшелсә-емеш алыу менән ҡыҙыҡһына һәм ошо йүнәлеште тикшерергә әҙер.
Уның һүҙҙәренсә, башҡорт һәм ҡырғыҙ халҡын мәҙәни-гуманитар мөнәсәбәттәр бәйләй. 2017 йылдан Өфө һәм Бешкәк туғандаш ҡалалар булып тора, бында ла ҙур ҡеүәт бар.
«Дуҫлығыбыҙҙың яңы битен асырға кәрәк, — тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров. — Бөгөн беҙ хеҙмәттәшлек тураһында хөкүмәт-ара килешеүгә ҡул ҡуйырбыҙ. Ул беҙҙең мөнәсәбәттәргә яңы этәргес бирер тип ышанам». Республика етәксеһе Ҡырғыҙстандың эшлекле берекмәһе делегацияһын июндә Башҡортостанға «Урал аръяғы-2019» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйына ла саҡырҙы.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева