Юлдаш
-12 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
Сәясәт
7 февраль 2019, 02:00

Мортаза Рәхимов республиканың беренсе Президенты булып тарихҡа инде

Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре, «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррире урынбаҫары Алик Шакиров республиканың беренсе Президенты Мортаза Рәхимовтың матбуғат хеҙмәтендәге эше тураһында хәтирәләре менән уртаҡлаша.

— Бөгөн Башҡортостан Республикаһының беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовҡа 85 йәш тулғанына ышанғы ла килмәй. Хоҙай һәр беребеҙгә шундай олпат йәшкә етергә һәм айыҡ аҡыллы, яҡты зиһенле булып ҡалырға, сафта булырға, кешеләргә изге кәңәштәр менән ярҙам итергә, тормош тәжрибәһе менән бүлешергә насип итһен.

Миңә үткән быуаттың 90-сы йылдарында уның янында эшләү бәхете тейҙе. Тик шуны әйтә алам: Президент яғынан матбуғат хеҙмәтенең эшенә ҡарата ҡәнәғәтһеҙлек, шелтә, иҫкәрмә алманым. Мортаза Ғөбәйҙулла улы аралашҡанда һәр саҡ алсаҡ, изгелекле булды. Уның кабинетында осрашҡан саҡта: «Шунан, ҡустым, хәлдәрең нисек?», — тип эштәрем, һаулығым ҡыҙыҡһына торғайны. Республика уның өсөн ҙур колхоз, завод, ә ул үҙе рәйес, директор кеүек булды. Барыһы ла билдәләнгәнсә, ул ҡушҡанса барамы-юҡмы икәнен үҙе күрергә, тикшерергә, ышанырға тейеш ине. Шуға ла ул күп йөрөнө, бер көндә машинала мең ярым километр ер үтеп, ярты республиканы урап сығыр ине.

1991 йылдың авгусында Мортаза Рәхимов РСФСР составындағы республикаларҙың Юғары Советтары рәйестәре ғаризаларына ҡул ҡуйҙы. Был ғаризала РСФСР-ҙың законлы һайланған власын, уның Конституцияһын һәм закондарын хуплауы, Ғәҙәттән тыш хәл буйынса дәүләт комитеты (ГКЧП) ҡарарҙарына һәм күрһәтмәләренә буйһонмау тураһында әйтелгәйне. Шул саҡта ул СССР халыҡ депутаттарының 17 мартҡа билдәләнгән съезында ҡатнашырға йыйынмауы хаҡында белдерҙе. Унда барыбер кворум булмай, тип иҫәпләне Рәхимов, сөнки элекке союздаш республикаларҙан депутаттар килмәй, шуға күрә съезд «ваҡыт уҙғарыу ғына була». «Мин Союзды тарҡатыуға ҡаршы», — тине ул саҡта Рәхимов. Ул Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе өсөн перспектива күрмәне, уны «уйлап сығарылған һәм йәшәүгә һәләтһеҙ структура» тип атаны.

Мортаза Рәхимов Башҡортостандың беренсе Президенты булып тарихҡа инде. Ул республикаға ике тиҫтә йылға яҡын етәкселек итте. Мортаза Ғөбәйҙулла улы бөгөн дә иҫән-һау һәм республика файҙаһына эшләүен дауам итә.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы


Читайте нас: