«Радий Хәбировтың позицияһы 2019 йылда республикаға «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә федераль бюджеттан 4,9 миллиард һум самаһы аҡса бүленеүе тураһында хәбәрҙәр нигеҙендә нығына, — ти агентлыҡ эксперттары. — Бынан тыш, Хәбировтың республика башлығы вазифаһына «Берҙәм Рәсәй»ҙән һайланырға теләүе тураһында ҡарары уның төбәктә позицияларҙың тотороҡло булыуына ышаныуы тип ҡабул ителергә мөмкин».
Рейтингтың тәүге баҫҡыстарын Мәскәү мэры Сергей Собянин (1-се урын), Чечен Республикаһы башлығы Рамзан Ҡадиров (2-се урын) биләй. Татарстан Президенты Рөстәм Миңлеханов Санкт-Петербург губернаторы вазифаһын башҡарыусы Александр Бегловты өсөнсө урындан күсерҙе.